Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

“Тыуған ерем- Башҡортостан”

Республика көнөнә Иҫке Бәпес мәктәбе һәм моделле китапхана менән берлектә “Тыуған ерем- Башҡортостан” исемле матур әҙәби- музыкаль кисә үтте бөгөн беҙҙең мәҙәниәт йортонда. Сара Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры менән асылып китте. Алып барыусы байрам менән ҡотлап үткәс, сәхнә түренә Айгүзәл Вәлиева  йыры менән сыҡты. Башҡортостан символдары, уларҙың авторҙары, шулай уҡ гүзәл Башҡортостаныбыҙға ҡағылышлы һорауҙарға уҡыусылар әүҙем яуап бирҙеләр.Байрамды мәғариф уҙаманы Мәрүәр Ишморатованың үҙе ижад иткән шиғырын, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңниса Камалованың ҡобайыры байытты. Зал менән “Башҡортостан” һүҙенә яңы һүҙҙәр төҙөп уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырҙыҡ. Нурсилә Хәсәнованың “Башҡортмон” йыры республикабыҙ, халҡыбыҙ, телебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһон уятып ебәрҙе тамашасыларыбыҙҙа. Кисәбеҙҙе Илдар Хәсәновтың йыры “Башҡортостан гөлө” менән тамамлап, Башҡортостан республикаһының гимны менән ябып ҡуйҙыҡ.