Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

Фәүзиә Рәхимғолованың тыуыуына – 100 йыл

Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова 1921 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуған.
Йәшләй етем ҡалған Фәүзиә интернатта тәрбиләнә. 1935 йылда Өфө педагогия техникумына уҡырға инә. 1938 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, моторҙар эшләү заводына эшкә бара. Һуғыштан һуң 7 йыл уҡыта, завуч булып эшләй, 2 йыл балалар китапханаһында, бер нисә йыл «Пионер» журналында бүлек мөдире була.
Артабан республика культура-ағартыу методик кабинетында методист, мәктәптә уҡытыусы, мәғариф бүлегендә инспектор була.
1953-54 йылдарҙа «Пионер» (хәҙерге «Аманат» журналындында хеҙмәт һала.
1965—1968 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡый.
1968 йылда Кәтибә Кинйәбулатова, Рәми Ғарипов һәм Әнисә Таһирова менән берлектә Фәүзиә Рәхимғолова «Башҡортостан ҡыҙы» журналын сығара башлауҙа туранан-тура ҡатнаша һәм баҫмала 1971 йылға тиклем эшләй.
1982 йылда Фәүзиә Рәхимғоловаға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Әҙип 1996 йылдың 21 октябрендә Өфөлә вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.