#Старобабичевскаямодельнаясельскаябиблиотека
Яңы ғорур йыл менән!
Карина Мозафарова
Яңы йыл беҙгә килгән,
Беҙ көткәнде ул белгән.
Иҫке йылды оҙатып
Яңыны ҡаршыланыҡ.
Арыҫлан йылы менән!
Уның кеүек ғорур булһын
Беҙҙең матур илебеҙ!
Яңы ғорур йыл менән!
Һаумы, Яңы йыл!
Нурсилә Хәсәнова
Үтте лә китте Иҫке йыл,
Килеп етте Яңыһы.
Ҡаршыланыҡ шыршы биҙәп
Үткәрҙек беҙ бергәләп.
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу
Күп бүләк тараттылар.
Балаларҙың шиғырҙарын
Улар бик яраттылар.
Яңы йыл беҙгә килде
Алһыу Ҡаһарманова
Яңы йыл беҙгә килде
Ап-аҡ ҡарҙар килтерҙе.
Ҡар бабай ҙа эшләйбеҙ
Ҡар менән бәрешәбеҙ.
Төрлө йырҙар йырлайбыҙ,
Шыршыбыҙҙы урайбыҙ.
Ҡар өҫтөндә тәгәрләп
Күмәкләшеп уйнайбыҙ.