Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

Хәсән Мөдәрис улын 80 йәш.

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаҽв исҽмҽндәгҽ дәүләт прҽмияһы лаурҽаты Хәсән Назарҙың олпат ғүмҽр байрамы.
Хәсән Мөдәрис улын 80 йәшлҽк юбилҽйы мҽнән ҡотлайбыҙ!
Башҡортостандың халыҡ шағиры (2017). Журналист-публицист һәм тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000), Рәми Ғарипов (2007) һәм Зәйнәб Биишева (2007) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты – Хәсән Назар 1942 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Таулыҡай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ҡужанаҡ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, колхозда малсы булып, көтөү көтә. Бөрө ҡалаһында кооператив училищелә уҡығас, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләй. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Бөрйән районының Таң гәзитендә эшләп ала, баҫманың бүлек мөдире була. Ижадтың ысын тәмен татыған һәм тормошҡа ныҡлап аяҡ баҫҡан Хәсән Назар 1967 йылда Өфөгә юллана. Баш ҡалала ул журналист ҡәләмен тәүҙә «Ленинсы» (1990 йылдан «Йәшлек») гәзитендә һынап ҡарай, бер аҙҙан «Ағиҙел» журналы редакцияһына күсә. Әйтергә кәрәк, тормош һәм ижад тәжрибәһен етерлек туплағас һәм республикала билдәле әҙипкә әйләнгәс, ул был тос баҫмаға тағы әйләнеп ҡайта һәм журналдың бүлек мөдире йөгөн тарта. Ә 1971 йылдан «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзитендә хеҙмәткәр, 1974—1977 йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙары комитетында редактор була. 1975 йылда ситтән тороп СССР Яҙыусылар союзының Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. 1987 йылдан «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә») гәзите редакцияһында бүлек мөдире, 1990—1992 йылдарҙа «Йәшлек») гәзитенең яуаплы секретары, 1994—1995 йылдарҙа редактор урынбаҫары була. 1995—2001 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының шиғриәт һәм сәнғәт етәкләй, аҙаҡтан 2007 йылға тиклем «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләй.