Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

Читаем стихи Рашита Нигмати.

Рәшит Ниғмәти 1909 йылдың 27 ғинуарында Рәсәй империяһының Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Диңгеҙбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1916—1918 йылдарҙа мәҙрәсәлә белем ала. Йәшләй етем ҡала: 1918 йылда әсәһе, 1921 йылда атаһы үлә. Етем ҡалғас, Һамар, Украина балалар йорттарында тәрбиәләнә. 1924 йылда Өфөгә килә һәм Ленин исемендәге мәктәпкә урынлаша. 1930 йылда Өфө рабфагын тамамлай. 1931 йылдан Туймазы районының «Ленин юлы» гәзитендә эш башлай. 1933—1936 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәттә була, шунан ҡабат Туймазы районына эшкә ҡайта.
17 йәшенән шиғыр яҙа башлай. 30-сы йылдарҙа шиғырҙары танылыу ала. 1933 йылда «Кереш» исемле тәүге шиғри йыйынтығы сыға. Яңы тормош ҡороу, «иҫкелек ҡалдыҡтары» менән көрәш яҙыусының төп темаһы була. 1938 йылда Яҙыусылар союзына алына, унда яуаплы сәркәтип эшенә тәғәйенләнә. Китап нәшриәтендә мөхәррир була. «Дауылдар тыуҙырған ғүмер» (1938), «Йәмле Ағиҙел буйҙары» (1940), «Минең баҡсала» (1941) шиғыр һәм поэма йыйынтыҡтары башҡорт халҡының 20-30-сы йылдарҙағы тормошона арналған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Өфөнән алыҫ түгел Алкин ауылында сапер эшенә өйрәтеүсе итеп тәғәйенләнә. 1943 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына барғас, үпкәһе шешеп ауырый. Өфөлә госпиталдә дауалана, хәрби хеҙмәттән бушатыла.
Һуғыш осорондағы ижадында публицистик шиғырҙар өҫтөнлөк ала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған «Һинең кәләшеңдең хаттары» поэмаһы авторға ил кимәлендә билдәлелек килтерә. Шулай уҡ ошо йылдарҙа «Башҡортостан һүҙе» поэмаһы, «Мөхәббәт һәм нәфрәт» шиғри йыйынтығы донъя күрә һәм уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә. 1946 йылда «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») журналының яуаплы сәркәтибе итеп тәғәйенләнә. Һуғыштан һуңғы ижадынан «Большевик» (1951), «Һаҡмар ҡыҙы» (1952) поэмалары билдәлелек яулай.
Р. Ниғмәти драматург булараҡ та таныла. «Табип Ғимранов» (1950), «Ағиҙел ярында» (1950), «Урман шаулай» (1942), «Уның йондоҙо» (1948) пьесалары авторы.
Р. Ниғмәти тәржемәсе булараҡ эшләй: «Игорь полкы хаҡында һүҙ»ҙе, А. С. Пушкин, Н. А. Некрасов, В. В. Маяковский, С. П. Злобин, Д. А. Фурманов, В. П. Катаев әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә.
Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), ике «Почёт Билдәһе» (1949, ?) ордендары менән бүләкләнә. 1959 йылдың 26 февралендә Рәшит Ниғмәтигә «Башҡорт АССР-ының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1959 йылдың 13 октябрендә Өфөлә вафат була.