#МинутыПоэзии #СДнемРожденияФирузаДавлетшовна.
Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина 1961 йылдың 24 февралендә Баймаҡ районы Шүлкә ауылында тыуа.
Шүлкә ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай, 1-се Этҡол урта һәм Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрендә уҡый, артабан Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыуын дауам итә һәм 1978 йылда урта белем тураһында танытма ала.
1978—1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый.
Юғары белем алғандан һуң Стәрлетамаҡ районының Айыусы урта мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эш башлай. 1983/1984 уҡыу йылының икенсе яртыһынан Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес урта мәктәбенә өлкән пионервожатый вазифаһына күсерелә.
1985 йылда тормош иптәше Фидаил менән бергә Ейәнсура районының Юлдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшкә күсерелә, рус теле һәм әҙәбиәте фәндәрен уҡыта.
1986 йылда Фирүзә Абдуллина Юлдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры вазифаһына тәғәйенләнә.
1990 йылда ғаиләһе менән бергә кире Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес урта мәктәбенә ҡайта, артабан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
1997—1999 йылдарҙа уҡытыу менән бер рәттән мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.
2008 йылдан хаҡлы ялда.
Ижади эшмәкәрләге, Рус теле һәм әҙәбиәте фәндәрен уҡытыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә һөйөүе бала саҡтан күңел түрендә урын алған. Үҙен белгән саҡтан алып ҡәләм тирбәтә, шиғыр яҙа, ижад емештәре «Йәш көстәр» исемле ике йыйынтыҡҡа ингән.
«Вконтакте» социаль селтәрендә үҙеңең «Ғәжәп донъя» исемле ижади төркөмөн ойоштора һәм шунда яңы шиғырҙарын даими ҡуйып бара. Шиғриәтен яратыусылар үтенесе буйынса тәүге өс шиғыр йыйынтығын үҙ иҫәбенә ҡағыҙ баҫмала нәшер итеп тарата. Республика райондары һәм ҡалаларында уҡыусылары менән осрашыуҙар йыш үткәрә.
Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына профессионал һәм үҙешмәкәр композиторҙар Артур Туҡтағолов, Дамир Солтанов, Рәдиф Зарипов, Азат Исҡужин, Юлай Моратов, Альфред Яҡшымбәтов, Хәлил Биктимеров, Иҙел Нурғәлин, Рәмил Туйсин, Динә Аҡназарова, Әминә Бикташева, Рәсимә Динисламова һәм башҡалар йырҙар ижад итә.
Китаптары Барыһы ла яҡшы буласаҡ! Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем! Ихлас күңелдән! Йәйғор сатыр Бәхет бар ул!
Фирузә Абдуллинаны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Ҡатын – ҡыҙ бәхете, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Иң изге теләктәребеҙҙе ҡабул итегеҙ, күңелдең иң нескә ҡылдарына шифа биреүсеебеҙ.