Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

Литературно познавательный час Фанилю Кудакаеву 70 лет.

Журналистика ветераны Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа – 70 йәш!
Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы (10 февраль 1952 йыл) — журналистика ветераны, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Ҡырмыҫҡалы районының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты (2008). Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2017), Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы (2017).
Фәнил Шәмсетдин улы оҙаҡ йылдар дауамында республика матбуғатына хеҙмәт итә. Башҡортостан радиоһында мөхәррир, “Башҡортостан” дәүләт телевидениеһы директоры, Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары вазифаларын үтәй. 2010—2013 йылдарҙа “Тамаша” журналының баш мөхәррире йөгөн тарта. Бөгөн Фәнил Шәмсетдин улы – Башҡортостан журналистар союзы рәйесе урынбаҫары – яуаплы сәркәтибе.
Арҙаҡлы милләттәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас тәбрикләйбеҙ һәм уға Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, именлек теләйбеҙ!