#3марта-ВсемирныйДеньПисателя.
Бөгөн бөтә донъя яҙыусылар көнө. Ул 1986 йылдан бирле билдәләнә. Ошо иҫтәлекле көн менән барлыҡ яҙыусыларҙы тәбрикләйбеҙ!
Яҙыусы хеҙмәте – тылсымлы һөнәр ул.
Кешенең рухи камиллашыуында яҙыусы, шағир, сәсән һүҙҙәренең әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ баһаға эйә булыуын һәр кем белә.
Тап улар яҙмышыбыҙға яҙған ҡатмарлы боролоштарҙы яйлағанда, тойғо-кисерештәребеҙ ҡайнап торғанда йәиһә йоҡлай-һүнеп барғанда дөрөҫ юл һайларға ярҙам итә.
Әйткәндәй, беҙҙең ауыл биләмәһендә лә донъя, Рәсәй, республика кимәлендә танылыу яулаған яҙыусылар, шағирҙар байтаҡ. Фәрит Иҫәнғолов ,Ирек Кинйәбүлатов, Барый Ноғоманов исемдәре нисәмә быуынға таныш, шулай уҡ Рәмзәнә Абуталипова, Фирүзә Абдуллиналарҙың да был йүнәлештәге эшмәкәрлеге оло иғтибарға, ихтирамға лайыҡ.