Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

#Час_памяти #Фаик_Мухаметзянов – 101год с.р.

Файыҡ Тимерйән улы (10 март 1921 йыл — 2 июнь 2009 йыл) — башҡорт шағиры, журналист. 1943 йылдан — КПСС, 1957 йылдан — СССР Журналистар союзы, 1982 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980).

Биографияһы
Файыҡ Тимерйән улы Мөхәмәтйәнов 1921 йылдың 10 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районы) Оло Баҙраҡ ауылында тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылда совет-япон һуғышында ҡатнаша.
Һуғыштан һуң мәктәптә военрук, электровоз машинисы була. Сахалин өлкәһендә парторг, диспетчер, шахта начальнигы ярҙамсыһы булып эшләй. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1954—1981 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите журналисы була, бер үк ваҡытта 1956—1958 йылдарҙа һәм 1960—1981 йылдарҙа бүлек мөдире вазифаһын үтәй.
2009 йылдың 2 июнендә Өфөлә вафат була.
Ижади эшмәкәрлеге

«Оҫта малай» исемле тәүге китабы 1960 йылда нәшер ителә. Файыҡ Мөхәмәтйәнов 11 шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары авторы, шул иҫәптән — «Күңел көҙгөһө» (1972), «Әсәйемдең ҡулдары» (1981), «Көҙҙәремдең бағам күҙенә» (1991) һ.б.

Китаптары
Яратҡан ғәҙәт: шиғырҙар. — Өфө, 1988.
Ер өндәшә: шиғырҙар, поэмалар. — Өфө, 2001.
Тыуған яғым йылыһы: шиғырҙар. — Өфө, 2006.
Батырлыҡ эҙе: шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2008.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980)
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
«Почёт Билдәһе» ордены (1976)
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1981)