Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы
Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы
«Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

#Часпамяти#С.Н.Шарипову-74г.с.р.

Сабир Нәғим улы Шәрипов 1948 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ы Белорет районының Баҡый ауылында урман хужалығы эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпәте тамамлағандан һуң, 1963—1967 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡый. «Башланғыс синыф уҡытыусыһы» дипломы алып, 1967 йылда үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлегенең тыуған ауылы мәктәбендә башлай. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт—рус бүлегенә уҡырға инә. 1974 йылда БДУ-ны тамамлағас, «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһына тәржемәсе итеп эшкә саҡырыла. 1977 йылда, запастағы офицер булараҡ, Совет Армияһы сафтарына хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм 1979 йылға тиклем сәйәси бүлек хеҙмәткәре вазифаһында «Байкал—Амур» магистрале төҙөлөшөнә йәлеп ителгән хәрби частә хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтҡандан һуң, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшен дауам итә: баҫманың әҙәбиәт, сәнғәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире була. Аҙаҡтан бер нисә йыл «Ағиҙел» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1989—1990 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡып ҡайтҡандан һуң, 2003 йылға тиклем «Китап» нәшриәтендә нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире була. Һуңынан «Ағиҙел» журналында әҙәби мөхәррир һәм проза бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.

Ижади эшмәкәрлеге
Туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү Сабир Шәрипов күңелендә Белорет педагогия училищеһында уҡыған йылдарҙа ныҡлап формалаша, нәҡ ошо осорҙа буласаҡ әҙип ижадҡа ла тартыла. Ҡәләмен һәм әҙәби ҡомарын һынап ҡараү йөҙөнән тәүге хикәйәләрен ҡағыҙға төшөрә. Тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй башлағас, үҙенең тәүге әҫәрҙәрен Белорет районы гәзите “Урал”да баҫтыра. Тәүге ижады емештәре менән ҡанатланған егет шуға ла Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына юллана ла инде. Бындағы башҡорт—рус бүлегендә әүҙем эшләп килгән «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәге уның өсөн ысын мәктәпкә әйләнә: йәш автор сәмләнеп яңынан-яңы хикәйәләр яҙа, уларҙың ҡайһы берҙәре ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫыла. Ә «Һалсы малай» тип исемләнгәне йәш һәм башлап яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән төҙөлгән «Йәш көстәр» альманахының 1977 йылда нәшер ителгән 16-сы китабында донъя күрә. «Ҡышҡы усаҡ» тигән икенсе хикәйәһе шул уҡ альманахтың 1981 йылда баҫылған 17-се китабына индерелә.

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән һиҙелерлек өлөшө өсөн яҙыусы Сабир Шәриповҡа 1997 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Үҙенең әҫәрҙәре өсөн ул Белорет районының Яныбай Хамматов исемендәге һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһына лайыҡ булды.
Сабир Нәғим улы Шәрипов 2018 йылдың 31 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булды
Китаптары
Тауҙарҙағы эҙҙәр -1982.
Ҡайынлы артылыш-1985.
Хушлашмайым-1992.
Старозимовье- 1995.
Аҡ ҡулсатыр-1998.
Костер на снегу-2003.
Приглашение на чужбину- 2004.