Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

#НеделяДетскойКниги2022 #РамзанеАбуталиповой-68лет #ЛитературныйЧас

Неделя детской книги продолжается!
Сегодняшний день был посвящён ко дню рождения известной детской поэтессы Рамзане Абуталиповой. Ребята узнали о ее жизни и творчестве, познакомились с книгами. Почитали вслух стихотворения, разгадали стихи-загадки “Ҡара, ҡыҙыл ни емеш?” по книги “Асыуланма, сыбарҡай!” Провели обзор книжной выставки «Йәйғор балҡышлы ижад». В завершении мероприятия посмотрели видео кукольного театра по пьесе Р.Абуталиповой “Лягушка и черепашка”.
Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Абуталипова 1954 йылдың 30 мартында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Бала сағы ата-бабалар төйәгендә — Ҡырмыҫҡалы районындағы Иҫке Бәпес ауылында үткән.
1969 йылда 1-се республика интернат-мәктәбен (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге гимназия) тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.
Студент йылдарынан уҡ әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенең әүҙем ағзаһы була, балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итә.
• БДУ йүнәлтмәһе буйынса Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес урта мәктәбендә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары,
• 1978 йылдан — Белорет ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында,
• 1983 йылдан — Стәрлетамаҡтағы 54-се башланғыс һөнәри-техник белем биреү училищеһында,
• 1985 йылдан — 1-се Стәрлетамаҡ мәктәп-интернатында эшләгән
• 1987 йылдан Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының (хәҙерге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында) уҡыта,
• 1997—2000 йылдарҙа башланғыс кластар факультетының декан урынбаҫары була.
Әҙәби эшмәкәрлеген дә уңышлы дауам итә, республика матбуғатында Р. Абуталипованың хикйәләре, әкиәттәре, скетчтары баҫылып сығып тора. Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы яҙыусылар союзының бюро ағзаһы һәм Стәрлетамаҡ «Ашкаҙар» ҡала гәзитенең редколлегия ағзаһы.
Р. Ә. Абуталипова уҡытҡан дисциплиналар:
• Боронғо телдәр (боронғо төрки, иҫке төрки, тарихи грамматика),
• Туған тел буйынса махсус курс, Махсус предмет,
• Башҡорт теленең функциональ грамматикаһы,
• Башҡорт телмәре мәҙәниәте
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары тел ғилеме, функциональ грамматика, функциональ-семантик категориялар, аспектология; башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. 115 фәнни хеҙмәте, шул иҫәптән дәреслектәре һәм һүҙлектәре донъя күрҙе. 1995 йылда Мәскәүҙә «рус телле уҡыусыларҙы башҡорт грамотаһына өйрәтеү» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Башланғыс класс уҡытыусыларына башҡорт телен уҡытыу серҙәрен өйрәтә. 2000 йылда доцент ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була. Ул бик күп уҡытыусылар быуынын әҙерләп сығарған. 50-гә яҡын фәнни, фәнни-методик хеҙмәттәр һәм мәҡәләләр, дәреслектәр, уҡытыу-методик ҡулланмалары авторы һәм авторҙашы.
Фәнни ҡаҙаныштары һәм маҡтаулы исемдәре
• 1995 йылда педагогика фәндәре кандидаты
• Филология фәндәре докторы (2009)
• Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (1996)
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004)
• Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре тағылма билдәһе(2009)
Фәнни хеҙмәттәре
• Функционально-семантическая категория аспектуальности в башкирском языке: Монография. — Уфа: Гилем, 2008.
• Категория аспектуальности в башкирском языке: Учебно-методические материалы для студентов башкирских отделений вузов. — Стерлитамак: СГПА им. Зайнаб Биишевой, 2008.
• В помощь молодому учителю: Методическое пособие по методике обучения башкирскому языку в начальной школе. — Уфа: Китап, 2003.
• Русско-башкирский словарь терминов по методике преподавания языков. — Уфа: Китап, 2009 (соавтор).
• Методика обучения башкирскому языку и литературе в начальных классах: УМК в 3-х частях. Ч.I. Конспекты лекций: Методические указания по выполнению курсовых и дипломных работ; Ч. II. Практикум; Ч. III.
• Инструктивно-методические материалы. — Стерлитамак: СГПА им. Зайнаб Биишевой, 2006; 2011.
• методическое руководство к учебнику «Бүләк» и учебное пособие «Тылсымлы бүләк» (соавторы — Тулумбаев Х. А., Давлетшина М. С.),
• учебник для башкирских детских садов «Ләйсән» (соавторы — Амирханова Г. И., Юлмухаметов М. Б.),
• «Русско-башкирский словарь методических терминов» (соавтор — Камалетдинова А. В.),
• методическое руководство «Йәш уҡытыусыға ярҙамға»
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Р. Ә. Абуталипова республика һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Уның исеме Стәрлетамаҡ ҡалаһынан II Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыусыларҙың исемлегендә лә була. Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы БР Хөкүмәте янындағы «Башҡортостандың Дәүләт телдәре буйынса советы ағзаһы», Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡарма комитетының «БР телдәре тураһында» законын тормошҡа ашырыу комиссияһы ағзаһы, башҡорт телен пропагандалау өлкәһендә киң эшмәкәрлек алып бара, регуляр рәүештә матбуғатта, радиола һәм телевидениела сығыш яһай. 2000 йылда Р. Ә. Абуталипова «Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» съезына, 2003 йылда «БР ҡатын-ҡыҙҙары» конференцияһына, Башҡортостан Яҙыусылар съезына делегат итеп һайлана.
Әҙәбиәт
• 1993 «Әнисә, йәшең нисә?»
• 1995 «Асыуланма, Сыбаркай»
• 1997 «Шаңдау» йыйынтығында «Яҙ һөйөнсөһө» — өлкән китап уҡыусылар өсөн
• 2000 «Серем — йөрәк сирем» драма әҫәре — «Ағиҙел», 7-се һан
• 2002 «Сиңерткә йәшенмәк уйнай»
• 2006 «Мин үҫәм! шиғырҙар, йомаҡтар, әкиәттәр, хикәйәләр.саң, Өфө