Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

“Бәпес ауылы тарихы” китабы тураһында фекер алышыу

Иҫке Бәпес моделле ауыл китапханаһында журналист Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы, шағирә Абдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы , Иҫке Бәпес ауылы хакимиәте башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллин ҡатнашлығында баҫмаға әҙерләнгән “Бәпес ауылы тарихы” китабы тураһында фекер алышыу үтте.
А.М.Ғәйфуллин инициативаһы буйынса донъя күрәсәк был китап Иҫке Бәпес ауылы тарихы тураһында беренсе баҫма буласаҡ. Китап әле эшләнеү өҫтөндә, шуға күрә, хөрмәтле ауылдаштар , һеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ: Иҫке Бәпес ауылы тарихы, уның арҙаҡлы шәхестәре, ауылыбыҙҙың хеҙмәт һәм спорт алдынғылары тураһында мәғлүмәттәр ебәрһәгеҙ ҙур ярҙам булар ине.
Мәғлүмәттәрегеҙҙе Иҫке Бәпес моделле ауыл китапханаһының сайтында хәбәрҙәргә һалыуығыҙҙы һорайбыҙ.