Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы
Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы
«Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

Час памяти Б.М.Нугуманову – 86 лет. с.р.

Ноғоманов Борис Миңлеғәлим улы, (8 апрель 1936 йыл — 19 февраль 2022 йыл) — яҙыусы һәм журналист, 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), И. Мырҙаҡаев-Балапанов (2004) һәм Фәтих Кәрим (2013) исемендәге премиялар лауреаты.
Биографияһы
Борис Миңлеғәлим улы Ноғоманов 1936 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында тыуған.
Бала сағы ауыр һуғыш йылдарында тура килә. Атаһы фронтта һәләк була. Ғәиләлә ете бала етем ҡала. Барыйҙы атаһының өлкән апаһы Мөкәйгә тәрбиәгә ала. Урта белем алғас, комсомол путёвкаһы менән Шкапов ауылына бара һәм ташсы-арматурсы булып эшләй башлай. Йәше еткәс, армия сафына алына. Хәрби хеҙмәттән һуң Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Документ буйынса рәсми исеме «Борис», атаһы ҡушҡан. «Барый» исемен «Ленинсе» гәзитендә бер шәлкем шиғырын баҫтырған саҡта биргәндәр. «Өйөрмәле йылдар» исемле китабының инеш өлөшөндә әҙип былай аңлатҡан:Хеҙмәттә саҡта ла күп кенә шиғырҙар яҙылды. Отбойҙан һуң, ҡараңғыла, ятҡан килеш, дәфтәргә төшөрәм шиғыр юлдарын. Шулай бер поэма ла яҙған булдым әле хатта. Яҙғандарымды Өфөгә ебәрәм. Бер көн ҡалын ғына конверт ята минең исемгә. Асһам, «Ленинсе» гәзите, күп кенә шиғырҙарымды урынлаштырған. Исемемде үҙгәрткәндәр (атай ҡушҡан һәм хәҙер ҙә паспортымда — Борис). Барыйға әйләндергәндәр. Хаты ла бар, уны Фәрит Иҫәнғолов ағай яҙған. «Башҡорт булғас, есемеңә исемең дә тура килһен инде, бынан ары Барый тип йөрөтөрһең үҙеңде, юғиһә, крәшин малайымы ул, тип һорайҙар». Шулай итеп, мин, Фәрит ағай ҡушҡанса, Барый булып киттем.
Ижадҡа мәктәптә уҡыған сағында уҡ килә. 10-сы класта уҡығанда матбуғатта шиғырҙары һәм хикәйәләре баҫыла.
1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн 1991 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем бирелгән.
Әҙип ауырыуҙан һуң 2022 йылдың 19 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булды, тыуған ауылында ерләнде.
Китаптары
• Йылбабай һәм сәғәттәр
• Аҡ таңдарым
• Йылбабайҙың дүр ҡыҙы
• Етегән йондоҙ
• Йөрәгемдә ерем йәме
• Усаҡтар яна
• Минең яҙым
• Ҡыңғырауҙар
• Эҙең ҡалыр
• Өйөрмәле елдәр.
• Йәшен тубы
• Һөйөнөстәрем-көйөнөстәрем