Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

#Часпамяти #Т.Б.Сагитову-86лет с.р.

Сәғитов Тайфур Барый улы (15 апрель 1936 йыл — 26 апрель 2018 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1963 йылдан — СССР Журналистар союзы, 1965 йылдан — КПСС, 1980 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (1985).

Тайфур Барый улы Сәғитов 1936 йылдың 15 апрелендә Белорет районы Аҙнағол ауылында тыуған.
Шундағы башланғыс кластарҙан һуң Сермән мәктәбендә уҡый. Урта белем алғас, уны «Белорецкий рабочий» гәзитенә эшкә саҡыралар. Аҙаҡ Өфөгә килеп, «Ленинсы» гәзитендә корректор, тәржемәсе, әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
1958 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға керә. Йәш белгес 1964—66 йылдарҙа «Белорецкий рабочий» гәзитендә һәм Белорет районының башҡорт телендә нәшер ителгән «Урал» гәзитендә эшләй.
1967 йылдан журналист хеҙмәтен «Совет Башҡортостаны» гәзитендә дауам итә.
1980 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Башҡорт, рус һәм тағы бер нисә телдә яҙыусының ике тиҫтәнән артыҡ китабы баҫылып сыға.
Әҙип оҙайлы ауырыуҙан һуң 2018 йылдың 26 апрелендә Өфөлә вафат була.
Китаптары
Рәхмәт һеҙгә кешеләр.
Күңел түре. Хикәйәләр, повестар.
Һабантуй. роман.
Икмәктең валсығын да әрәм итмә.
Хлеба береги кусок! Очерк.
Һабантуй. роман.
Аманат. Поэма-эссе.
Ҡаһармандар эҙенән.
Грани. Публицистические очерки.
Батырша. Трагедия.
Һәйкәл. Публицистика.
Һайланма әҫәрҙәр.Өс томда.
Иман. Роман.
С думой о Салавате. Очерк.
Күп яҡлы Ғәйетбай.
Наука. Общество. Нация.
Нинел. Роман.
Президент и писатель. Неожиданная книга-исповедь.
Если бы не Вы, Тагир агай…
Сиң. Память судьбы.