Таҫтамал башҡорт халҡының тормошонда ҙур урын алып торған. Берҙән, ул таҙалыҡ, тәрбиә, тәртип күрһәткесе булған, икенсенән, өйгә йәм биреп стеналарға эленгән. Яңы тыуған сабыйҙы аҡ һөлгөгә төрөп алған кендек инәләре. Йәш ҡыҙҙар буласаҡ ҡайнағаларына матур итеп сигеп әҙерләгән.
Самауыр эргәһендә тирләп -бешеп сәй эскәндә лә аҡһаҡалдарҙың яурынында таҫтамал булған.
Һөлгөләргә һалынған биҙәктәр ҙә тәрән мәғәнәгә эйә булған. Бер осраҡлы һыр ҙа булмаған. Күберәк үҫемлектәр донъяһы сағылдырылған. Геометрик узорҙар ҙа бик күп. Ҡайһы бер биҙәктәр ырыуҙың йәшерен мәғлүмәтен дә һаҡлаған, серле биҙәктәрҙе кәрәк кешеләр генә уҡый алған.
Сигеү техникаһы ла төрлө булған. Иң киң таралғаны ҡайып (тамбур) сигеү. Шатрашлап селтәр һымаҡ та сиккәндәр.