Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

#Час_памяти #А.Х.Хакимову – 93 г. с.р.

Хәсән улы Хәкимов 1929 йылдың 23 авгусында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районының) Яңы Йәнбәк ауылында тыуған.
Уның олатаһы дворяндар нәҫеленән булған, батша армияһында офицер булып хеҙмәт иткән, Шипка өсөн яуҙа ҡатнашҡан. Атаһын ул иртә юғалта һәм өләсәһенең ҡулы аҫтында тәрбиәләнә. Ауылда алты класты тамамлап, Дәүләкән педагогия училищеһының әҙерлек курстарына уҡырға инә, бер үк ваҡытта радистар курсына ла йөрөй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Әхиәр Хәсән улы 12 йәше лә тулмаған үҫмер була. 1941 йылда уҡ бер туған ағаһы Харис һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Был юғалтыу һәм башҡа яҡындарының фронтта вафат булыуы уны һуғышҡа китергә этәрә. 14 йәштә ул ауыл советынан 16 йәш булыуы тураһында танытма ала һәм Мәскәүгә табан юллана. Мәскәү өлкәһенең Щелково станцияһында һалдаттарға ҡушыла. Башта үҫмерҙе йәшереп тоталар, һуңынан етәкселек уға ҡалырға рөхсәт бирә, һәм ул исемлеккә өҫтәлә, радисҡа уҡый һәм парашют менән һикерә. Яҙмыш уны ҡыҙыҡлы кешеләр менән осраштыра: буласаҡ данлыҡлы кинорежиссёр Григорий Чухрай взводында йәш радист була.
1943 йылдың сентябренән ноябренә тиклем Днепрҙың ярына ташланған 3-сө һауа десант бригадаһы сафында яуҙарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың аҙағынан һуғыш бөткәнсе ул 3-сө Украина фронтының 103-сө гвардия уҡсы дивизияһы сафында «полк улы» сифатында Краков, Будапешт ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша. Венгрияла Балатон күле янындағы ҡаты яуҙы үтеп, Веспрем, Девечер, Шарвар, Сомбатхей, Глогниц, Вена ҡалаларында дошман ғәскәрҙәрен ҡыуып, Австрияға барып етә.Һуғыш фронттарында кисерелгәндәр Әхиәр Хәкимовҡа шиғыр, повесть, романдары өсөн бай документаль материал булып тора.
1950—1953 йылдарҙа Үзбәкстанда уҡытыусы булып эшләй. 1953—1956 йылдарҙа Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылы мәктәбендә директор вазифаһын биләй.
1961 йылда Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1960-сы йылдарҙың тәүге яртыһында Мостай Кәримдең ижадына арналған диссертацияһын яҡлай. 1960—1962 йылдарҙа «Әҙәби Башҡортостан» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, ә 1965—1966 йылдарҙа баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.1967 йылда М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында аспирантурала уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2003 йылдың 27 декабрендә Мәскәүҙә Әхиәр Хәсән улы вафат була, Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнә.

Ижады
Әхиәр Хәкимов әҙәби донъяға тәнҡитсе һәм әҙәбиәт белгесе булараҡ килә. Унын башҡорт романы, прозаһы тураһында эҙләнеүҙәре әле лә көн үҙәгендә. Яҙыусының мәҡәләләре 1967 йылда Башкнигоиздат нәшриәтендә сығарылған «Әҙәбиәт һәм заман» китабында туплана. Мостай Кәримдең шиғриәтенә арналған «Быуат менән бергә» («С веком наравне») монографияһы Ташкентта рус телендә баҫыла.
Быға тиклем башлыса әҙәби тәнҡит, тәржемә менән шөғөлләнгән әҙип етмешенсе йылдарҙа хикәйә, повестар, романдар яҙыу эшенә тотоноп китә. 1971 йылда Әхиәр Хәкимовтың төҙөүселәр тормошона бағышланған «Гөлбикә» повесы баҫылып сыға. Артабан ул һуғыш, илһөйәрлек темаһына мөрәжәғәт итә. Һуғыш тураһындағы тәүге повестары башлыса автобиографик. Шулай, «Осар ҡоштар» (1973) повесында ул үҙенең тәүге хәрби операцияһын тасуирлай. «Күпер» (1975) повесы һалдаттарҙың Венгриялағы батырлығына арналған. Бынан тыш «Йәйғор» (1973), «Бәйге» (1974), «Аҡһаҡ бүре» (1977), «Туй» (1977) повестары Бөйөк Ватан һуғышының төрлө осорҙарын сағылдыра.
1982 йылда донъя күргән «Ҡуштирәк» романы башҡорт ауылы тормошо һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында ироник стилдә бәйән итә. Әҙиптең «Һауыр ҡумта» (1982), «Думбыра сыңы» (1984) тарихи романдары тынғыһыҙ XIV быуаттарҙы, башҡорт ырыуҙарының үҙаллылыҡ өсөн көрәше үҙенсәлекле һәм сағыу итеп бәйән итә. «Ҡош юлы» (1986) романында һуғыш осорондағы йәмғиәт тормошо, тоталитар система шарттарында шәхес трагедияһы сағылдырыла. Романда ҡыҙыл командирҙың ҡатыны, фашист концлагерҙарында ыҙа сиккән Нуранияның әсе яҙмышы урын алһа, «Эшелон» (1995) повесында иһә әсирлеккә эләгеп, унан азат ителгәндән һуң совет концлагеры тамуғы аша үткән Ирназар Исламғоловтың яҙмышы һүрәтләнә. «Өйөрмә» (1990), «Дауылдан ҡотолоу юҡ» (1994) романдарында башҡорт интеллигенцияһының Октябрь инҡилабына, иҫке һәм яңы ҡиммәттәргә ҡарашы сағыла, репрессиялар шарттарында шәхестәрҙең фажиғәле яҙмышы һүрәтләнә. «Каруан» (1997) романы илдәр араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе генә түгел, халыҡтарҙың бер-береһенә булған мәҙәни һәм рухи йоғонтоһон сағылдыра.

Йәшлек йылдарында Әхиәр Хәсән улы шиғырҙар менән мауыға, әммә яҙғандарының барыһы ла һаҡланмаған. 1998—2000 йылдарҙа Советтар Союзының тарҡалыуы, тормош ҡатмарлыҡтары, элек берҙәм илдең барлыҡ яҙыусыларын берләштергән ҙур ойошманың юҡҡа сығыуы, һөҙөмтәлә төрлө дәүләттәрҙә бүленеп ҡалған ҡәләмдәш дуҫтары менән аралашыу мөмкинлектәренең кәмеүе менән бәйле ауыр кисерештәре, етмәһә инфаркт кисереүе уға яңынан шиғыр яҙыу өсөн этәргес бирә. Әхиәр Хәсән улы ошо осорҙа 29 шиғыр ижад итә. Уларҙың 18-ен Венера Думаева-Вәлиева рус теленә тәржемә итә. Шиғырҙарҙың күпселеге уның үҙ тормошонан, уйланыуҙарынан, иҫтәлектәренән сығып яҙыла. Мәҫәлән, «Һәйкәл» — Болгарияның Пловдив ҡалаһында совет һалдаты хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә ғәмһеҙ ҡараш тураһында ишеткәс тыуған шиғыр. «Өршәк» тыуған төйәген, уның гүзәллеген данлап ижад ителгән.

Әхиәр Хәкимовтың башҡорт телендә яҙылған әҫәрҙәре рус, украин, ҡаҙаҡ, үзбәк, тажик, төркмән, әзербайжан, татар, эстон телдәренә тәржемә ителгән. Уның әҫәрҙәре Болгария, Венгрия, Чехословакия, Францияла баҫтырылған.

Әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Әхиәр Хәким «Почёт Билдәһе» ордены (1979), Халыҡтар дуҫлығы ордены, һуғыш темаһы өстөндәге уңышлы эштәре өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1980), «Ҡуштирәк» һәм «Һауыр ҡумта» романдары өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1984), «Думбыра сыңы» китабы өсөн РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1989) менән бүләкләнә. 1985 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә. 2001 йылда республика Президенты Указы менән «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Яҡташтары уны Дәүләкән районының почётлы гражданы иткән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001)
РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1989)
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985)
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1984)
Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1980)
Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)
«Ҡыҙыл Йондоҙ ордены» (1945)
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
«Почёт Билдәһе» ордены (1979)
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)
«Венаны алған өсөн» миҙалы (1945),
«Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн 1941–1945 йй.» миҙалы
Дәүләкән районының почётлы гражданы