21 февраль- Халыҡ- ара туған телдәр көнө.
Ошо уңайҙан Иҫке Бәпес ауыл моделле китапхана менән берлектә “Тел- тере шишмә” исемле әҙәби кисә үткәрелде. Мәҙәни ойоштороусы Хәлитова С.М. был датаның барлыҡҡа килеүе һәм был датаның мөһимлеге тураһында телмәр әйтте. Китапханасы Алимбекова А.Ә. уҡыусыларҙы “Әсәм теле- миңә сәсән теле” исемле китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Уҡыусылар менән бергәләшеп “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын йырланыҡ, шулай уҡ “Бәйләнештә” селтәрендә сыҡҡан йыл һайын ике тел юғала барыуы, башҡорт балаларының үҙ телдәрен насар белеүҙәре тураһында видеояҙма ҡарап, шуның буйынса әңгәмә ҡорҙоҡ. Кисәбеҙ һуңында республика күләмендә Халыҡ- ара туған телдәр көнөнә ойошторолған флешмобта ҡатнашып шиғырҙар уҡыныҡ. Телебеҙҙе, уның матурлығын, байлығын, нәфислеген һаҡлап ҡалайыҡ.
#Библиотека_Старобабичево #международныйденьродногоязыка #роднойязык #башкирскийродной #башкирскийязык #деньродногоязыка