Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

1 март Башҡорт ғаиләһе көнө

#Башҡортғаиләһекөнө

#ИҫкеБәпескүптармаҡлыауылклубы #Библиотека_Старобабичево

1 март Башҡорт ғаиләһе көнө. Ошо уңайҙан Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары менән осрашыу кисәһе үткәрелде.

Сәй табыны артында башҡорт ғаиләһенә хас йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, балаларҙы тәрбиәләү серҙәре тураһында йылы әңгәмә алып барылды. 5 балаға ғүмер биреп, аяҡҡа баҫтырған Шаймарҙановтар ғаиләһенең башлығы, Радик Талипов исемендәге хәрби- патриотик клуб етәксеһе Рамазан Раян улы барыһын да байрам менән ҡотлап, егеттәрҙең яҡындарына изге теләктәрен еткерҙе.

Моделле китапхана менән берлектә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәренән, йолаларына ҡағышлы китаптарҙан күргәҙмә ойошторолдо, ауыл биләмәһендә йәшәгән күркәм ғаиләләрҙең фотоларынан презентация күрһәтелде.

Шундай батыр егеттәрҙе үҫтергән башҡорт ғаиләләрен байрам менән тәбрикләйбеҙ, сәләмәтлек, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!