Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

#Бөтәдонъяяҙыусыларкөнө

Данлыҡлы шәхестәр үҫтергән Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә, Бөгөн бөтә донъя яҙыусылар көнөндә Республикабыҙҙың күренекле яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҡташыбыҙ Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғоловтың тыуыуына  95 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте. Кисәгә республиканан һәм районыбыҙҙан, ауылдан  мәртәбәле ҡунаҡтар килде: Журналистика ветераны, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы; Филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһы милли архивының директор урынбаҫары, яҙыусылар берлеге ағзаһы, Сәлимов Ниязбай Булат улы; Башҡортостан Республикаһының милли архивының  хеҙмәткәре, яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың улы, Таһир Фәрит улы Иҫәнғолов; Ҡырмыҫҡалы районы Табын ырыуының ҡор башы, Ҡотлобаев Фәрғәт Фәрит улы; Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәҙәниәт уҙаманы Минниса Нурмехәмәт ҡыҙы Камалова; Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Союзы ағзаһы, шағирә, ауылдашыбыҙ Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина.

Ҡунаҡтарҙы Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубының ҡаршыһында “Бөрлөгән” фольклор төркөмө таҡмаҡтар менән ҡаршы алды. Яҙыусының бюсына сәскәләр һалынды. “Нур” мәсете имам хатибы Рәфил хәҙрәт Фәрит Әхмәҙулла улының рухына бағышлап аят уҡыны.

Иҫке Бәпес мәҙәниәт йортоноң фойеһында яҡташ шәхестәребеҙгә һәм башҡорт халҡының боронғо кәсептәрен тергеҙеү буйынса ойошторолған күргәҙмәләргә ҡунаҡтарыбыҙ байҡау яһаны.

Артабан кисә моделле китапханала дауам итте. Фәрит Иҫәнғоловтың  китаптарынан һәм гәзит баҫмаларынан әҙерләнгән “Ижад баҡсаһы” күргәҙмәһе ҡунаҡтарҙы үҙенә ылыҡтырҙы. Яҙыусының тормош юлына һәм ижадына ҡағылышлы презентация ла кисәне биҙәп торҙо. “Умырзая” вокал төркөмө яратҡан шағирәбеҙ Фирүзә Абдуллина һүҙҙәренә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Ғәйфуллин көйөнә яҙылған “Иҫке Бәпес йыры ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы.

Мәртәбәле ҡунаҡтар һәм мәҙәниәт уҙаманы Миниса Нурмехәмәт ҡыҙы Камалова, мәғариф уҙаманы Зәбирә Зәйнулла ҡыҙы Ғәҙелшиналар  бермә- бер үҙҙәренең яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште, ауыл һәм мәктәп китапханаларына   башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының китаптарын бүләк иттеләр. Миниса Камалова  “Ағиҙел” йырын йырлағанда бөтә зал тын ҡалды.

АНО “Развитие” ойошмаһы директоры Шайбаков Ринат Рәмил улы исеменән редакция хеҙмәткәре Айгөл Нуриева Башҡорт ырыуҙарының тарихы “Табын”  китабын тапшырҙы.

Кисә мәктәп уҡыусылары: Нурсилә Хәсәнова, Гөлназ Хәлитова, Алһыу Ҡаһарманова башҡарыуында яҙыусы ижад иткән йомаҡлы хикәйәләрен һөйләү менән үрелеп барҙы.

Тамашасыларға айырыуса “Шатлыҡ” театр төркөмөнөң “Төнгө ылау” повесынан  өҙөгө хуш килде.

Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллин ошо иҫтәлекле хәтер кисәһенә килгән ҡунаҡтарға оло рәхмәтен белдерҙе.