Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы
Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы
«Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

Милли кейем көнөн

Бөгөн Иҫке Бәпес урта дөйөм белем биреү мәктәбе, Иҫке Бәпес моделле китапханаһы һәм Иҫке Бәпес күп функциялы клубы менән берлектә милли кейем көнөнә арналған бик матур сара уҙҙы.

Алып барыусылар байрам менән ҡотлағас, Хәсәнова Нурсилә “Тыуған ерем ” йырын башҡарып тамашасыларҙың алҡыштарын яуланы.

6 класс ҡыҙҙары ҡушъяулыҡ, артлы ҡалпаҡ, уҡа ҡалпаҡ, ҡашмау, түңәрәкшәл тураһында матур шиғырҙар һөйләп ишеттергәндән һуң “Шәл бәйләнем” йырын башҡарып, бейеп тә күрһәттеләр. Уларҙан һуң малайҙар түбәтәй, суҡлы түбәтәй, ҡолаҡсын, ҡамсат бүрек тураһында һөйләп үттеләр. Байрам залын “Толпар” өлгөлө ҡурайсылар ансамбле көйҙәре биҙәп ебәрҙе. Йөкмәткеле сығыштары менән ағинәйҙәр уҡыусыларға башҡорт милли кейеменең серҙәрен асып бирҙеләр, үҙҙәре эшләгән ҡашмауҙар, түшелдеректәр, традицион күлдәктәр тураһында һөйләп үттеләр. “Бөрлөгән” фольклор ансамбле башҡарыуындағы таҡмаҡтар барыһына ла хуш килде. Үҙенең иҫ киткес матур, йөкмәткеле шиғырҙары менән кисәне Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы тағы ла нығыраҡ байытып, күркәмләп ебәрҙе.

Сара “Шаян ҡыҙҙар” ансамбле башҡарыуында “Гөлкәйем” бейеүе менән тамамланды.

Сарала ҡатнашыусы һәр кемгә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, байрам менән ҡотлайбыҙ һәм ошондай байрам традициялары , мәҙәниәтебеҙ һаҡланып ҡалһын тигән теләктә ҡалабыҙ
#бапгкорттелендэдиктант#башдиктант/#башдиктант2023#диктантпобашкирскомуязыку#бапгкортсадиктантязам#учусьвнациональномкостюме2023#милликейемдэукыйбыз2023#деньнациональногокостюма2023