Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

“Ғаилә тормош биҙәге”

Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубы менән моделле китапхана ғаилә көнөнә арналған “Ғаилә тормош биҙәге” тип аталған тематик сәғәт үткәрҙе. Китапханасы Алимбекова Альбина әҙерләгән китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы, унда ғаилә тормошо тураһында ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр, балалар тәрбиәләү серҙәре, олатай- өләсәйҙәр тураһында шиғыр- хикәйәләр китаптары тупланған ине. Артабан мәҙәни ойоштороусы Хәлитова Сулпан Иҫке Бәпес ауылы биләмәһендә оҙаҡ йылдар бергә ғүмер итеүсе парҙарҙың фотоларын күрһәтеп китте. Нимә ул ғаилә, хәҙерге ваҡытта ниндәй проблемалар бар йәш ғаиләләрҙә, ата-әсә һәм балалар араһындағы мөнәсәбәттәр һәм тағы төрлө темаларға йылы әңгәмә үтте.