Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

Литературный час памяти Ирека Киньябулатова

* * *
Һинһеҙ үтә бөгөн юбилейың ,
Урының буш табын түрендә.
Ҡалды бары яҡты хәтирәләр,
Йылы хистәр беҙҙең күңелдә.
Ябайлығың, йомартлығың менән
Күңелдәрҙе арбай белә инең,
Ауырлыҡтар килһә, һис бирешмәй,
Тик үҙеңсә әсе көлә инең.
Һинең бағышлауҙар шәхестәрҙең
Тап асылын асып бирә ине.
Ә йор һүҙең, төртмә шаярыуың
Һәр саҡ сәпкә барып тейә ине.
Юҡһың бөгөн беҙҙең арабыҙҙа
Моңһоуланды ауыл урамдары,
Башын эйҙе зифа ҡайындарың,
Етемһерәп ҡалды туғандарың.
Көр тауышың, тос фекерең менән
Һәр байрамдың оло йәме инең…
Төҫһөҙләнеп ҡалды һинһеҙ донъя…
Юҡһынабыҙ, Ирек ағай һине…

Рәмзәнә Абуталипова