Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

Милли костюм көнө

#Милликостюмкөнө
#Деньнациональногокостюма
Сентябрҙең икенсе йомаһы Башҡортостанда Милли кейем көнө. Үҫеп килгән быуынға мәҙәниәтебеҙҙе тапшырыу маҡсаты менән Иҫке Бәпес мәктәбе, моделле китахана менән берлектә матур сара уҙғарылды. Төп мәҙәни ойоштороусы Ғаффарова Г.Т. башҡорт халҡының милли кейемдәре менән таныштырҙы, уларҙың үҙенсәлектәрен күрһәтте. Байрамды “Бөрлөгән ” фольклор төркөмөнөң дәртле йырҙары байытып ебәрҙе. “Шаян ҡыҙҙар” бейеү төркөмө ҡыҙҙарының ” Беләҙегем – йөҙөгөм ” бейеүе лә тамашасыларға хуш килде. Сара аҙағында күмәкләп башҡорт көйҙәренә бейенек.