Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

#Мустай2023 #Мустаевскиечтения #Старобабичевскаямодельнаясельскаябиблиотека

Китапхананың уҡыу залында Иҫке Бәпес мәктәбенең 5-7 синыф уҡыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Шәрифулла ҡыҙы менән берлектә халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” тигән темаға әҙәби сәғәт үткәрелде. Башта китапханасылар яҙыусының әҫәрҙәренән төҙөлгән китап күргәҙмәһенә байҡау үткәрҙеләр. Л.Шәрифулла ҡыҙы М.Кәримдең биографияһы менән таныштырҙы ул ваҡытта Альбина Алимбекова презентация күрһәтте. Фәүриә Абуталипова балаларға “Өсөнсө көн тоташ ҡар яүа” шиғырына байҡау яһап, йырлап та ишеттерҙе. Әҙәби сәғәттең аҙағында берлектә әңгәмә үтте. Балалар Мостай Кәримдең шиғырын уҡынылар. Эстәлекле һәм мәғәнәле әҙәби дәрес балалар өсөн фәһемле үтте.