Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

Татьянин день (День студента).

Бөгөн булаcаҡ cтуденттаpыбыҙға ял кисәһе ойошторолдо. “90- сы йылғылар” һәм “Хужалар” командалары төрлө профессия кешеләре роленә инделәр бөгөнгө уйын программаһында. Хәҙерге быуын йәштәре заман менән бергә атлайҙар: яңы фирма директоры булып, уға исем ҡуштылар, яңы дарыуҙарға тышлыҡ эшләнеләр, яңы юл билдәләре уйлап сығарҙылар, һатыусы менән ныҡыш һатып алыусы һәм башҡалар булып уйыныбыҙҙа әүҙем ҡатнаштылар. Һуңғы бейеү конкурсында бер мәрәйгә уҙып “90- сы йылғылар” еңеп сыҡты.
Буласаҡ студенттарыбыҙға уҡыуҙарында уңыштар, имтихандарын яҡшы тапшырып үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инеп, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булыуҙарын теләйбеҙ.