Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

#ДеньЗащитниковОтечества #Ватандыһаҡлаусыларкөнө

Моделле китапхана, урта мәктәп менән берлектә әҙерләнгән Ватан Һаҡсылары көнөнә арналған кисәбеҙ “Ир- ат ил терәге, ғаилә таянысы” тигән һүҙҙәр менән, Илдар Хәсәнов башҡарыуында “Батырҙар йыры ” менән асылды концерт программаһы.

Традицияға әйләнеп киткән бильярд уйының еңеүселәрен һәм әүҙем ҡатнашыусыларын Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Муса улы бүләкләп, барлыҡ ир- аттарҙы байрамдары менән ҡотлап үтте. Тамашасылар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Хәлитов Әнүр Әмир улы һәм башҡа һалдаттарҙың яҡындары ла бар ине. Байрам хөрмәтенән Азамат Муса улы майор Хәлитов Әнүргә рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырҙы. “Үлемһеҙ полк йыры” менән сығыш яһаған “Умырзая ” вокал ансамленең , Раиль Гильманов, Гөләйшә Мифтахованың йырҙары тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде.

“Нур” мәсете имам хатибы Рәфил хәҙрәт яу яландарында һәләк булыусыларға доға ҡылды.
“Защитника Отечества- 2024” район конкурсының зональ этабында I урын дипломы, шул уҡ конкурстың финалында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн грамота менән бүләкләнеүсе Радик Талипов исемендәге хәрби- патриотик клуб ағзаларының сығыштары ҡунаҡтарыбыҙҙың күҙҙәрен сылатты. Ошо хәрби- патриотик клуб етәксеһе Рамазан Раян улы ла үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Киләсәктә был көндө байрам итеп, тыныс тормошта ҡаршы алырға яҙһын тигән теләктә хушлаштыҡ

Бай, йөкмәткеле концерт программаһын презентация биҙәп барҙы, “Шайморатов генерал ” йырынын флешмобы менән тамамланды