Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

“Әсәйем-берҙән берем!”

Рәсәйҙә ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Әсәләрҙең роле һәр ваҡыт мөһим, айырыуса әлеге ваҡытта, сөнки уларға ирҙәрен, улдарын алмаштыра торған ваҡыт. Бөгөнгө сараға тап шундай ҡатын- ҡыҙҙар- махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәрҙең ҡатындары, әсәләре, өләсәләре саҡырылған ине. Фойела башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының милли биҙәүестәренән һәм моделле китапхана тарафынан матур, бай күргәҙмәләр әҙерләнгән ине. Моделле китапхана хеҙмәткәре ҡунаҡтарға китаптар һәм “Кәрәҙ” шиғыр ижад итеү түңәрәгендә шөғөлләнгән балаларҙың әсәйҙәр тураһында ижад иткән шиғырҙары менән таныштырып үтте.Тәмле сәй табыны артында төрлө темаларға ҡағылышлы йылы әңгәмә ҡоролдо, шаяртыуға ҡоролған уйындар уйнатылды, әсәйҙәр тураһында презентация тәҡдим ителде. Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллин ҡунаҡтарҙы тәбрикләп бүләктәр тапшырҙы. Яҡташыбыҙ Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы шиғыры, Азамат Муса улы көйөнә яҙылған Ильнур Ишембаев башҡарыуындағы йырҙы ҡунаҡтар яратып ҡабул итте. Мәғариф уҙаманы Рәйфә апай Ғайсина байрам менән ҡотлап, ойоштороусыларға рәхмәт әйтте, донъяларҙың тыныслығын теләп, егеттәребеҙҙең иҫән- һау әйләнеп ҡайтыуҙарына бағышлап аят уҡыны. Байрамды “Умырзая” вокал ансамбленең, Илдар Хәсәнов,Фәүриә Әбүталипова, Гөләйшә Мифтахованың йырҙары биҙәне, әсәйҙәр дәртле бейеү көйҙәренә бейеп күңел астылар. Кисәне әсәләргә арналған презентация биҙәп барҙы. Ауыл биләмәһендә йәшәүсе барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, бәхетле тормош, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!