Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы
Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы
«Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

#Час_памяти #117лет_со_дня_рождения_Хадии_Давлетшиной.

Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина 1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Николай өйәҙе Имел олоҫоноң (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылы крәҫтиәне Лотфулла Ильясов ғаиләһендә тыуған.
1919 йылда атаһы Лотфулла ағай тиф ауырыуынан донъя ҡуя. Әсәһе Гөлйәүһәр апай, Һәҙиәнән тыш, тағы ла өс бала менән ярҙамсыһыҙ тороп ҡала. 1920 йылда, ун биш кенә йәшлек үҫмер көйөнсә, ошо уҡ Ырғыҙ буйындағы Диңгеҙбай ауылына уҡытыусы итеп ебәрелә. 1921 йылдың аҙағында урындағы Совет органдарының тәҡдиме менән Һәҙиә Дәүләтшина, Һамар ҡалаһына китеп, Башҡорт-татар педагогия техникумына уҡырға керә. Тиҙҙән, 1922 йылда, партия эшмәкәре, буласаҡ яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшинға кейәүгә сыға. Ғөбәй Дәүләтшин ҙур дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре һәм бер үк ваҡытта башҡорт телен камил белгән талантлы яҙыусы булып таныла. 1924-1925 йылдарҙа бер йыл самаһы педагогия рабфагында уҡый. 1926 йылда «Башҡортостан йәштәре» (хәҙерге «Йәшлек») газетаһын 12 март һанында тәүге проза әҫәре – «Һылыуҡай – пионерка» тигән хикәйәһе донъя күрә. Уның артынса күләмле әҫәр – «Айбикә» исемле повесын тамамлап, 1930 йылда «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») журналында баҫтырыла.
1934 йылда Һ. Дәүләтшинаға Башҡортостан яҙыусылары делегацияһы составында СССР яҙыусыларының Í Бөтә Союз съезында ҡатнашыу насип була.
1935 йылда ул К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына кереп, уның ике курсын бик яҡшы билдәләр менән тамамлай. Студентка Һ. Дәүләтшина 1936 йылда Өфө ҡалаһы Ленин район Советына депутат, Советтарҙың ғәҙәттән тыш Х Бөтөн Башҡортостан съезына делегат итеп һайлана. 1935 йылда баҫылып сыҡҡан «Һырға һабағы» исемле һоҡланғыс хикәйәһе менән әҙибә ҙур проза оҫтаһы булараҡ ныҡлы танылыу таба. Шул уҡ осорҙа һуңынан киң билдәле «Ырғыҙ» романы итеп үҫтереләсәк «Ялҡынлы йылдар» тигән повесть өҫтөндә эшләй башлай. 1935-1937 йылдарҙа Һ. Дәүләтшина «Ялҡынлы йылдар» повесының бер нисә варианты яҙа.
1937 йылдың 20 ноябрендә Һәҙиә Дәүләтшинаны, йәнәһе, Ватанға хыянат итеүсенең ғаилә ағзаһы тип ғәйепләп, ҡулға алалар һәм ул НКВД-ның Махсус ҡәңәшмәһе ҡарары менән 5 йылға иркенән мәхрүм ителә. (Бынан бер нисә ай элек Ғөбәй Дәүләтшин ҡулға алына. 1938 йылда ул нахаҡҡа үлем язаһына хөкөм ителә һәм атып үлтерелә.) Һ. Дәүләтшина 1942 йылдың октябренә тиклем Мордовияның Темников лагерҙарында ултырып сыға. Башҡортостанға ҡайтып Стәрлетамаҡта йәшәй, унан, Өфөгә килеп, ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтына төнгө ҡарауылсы булып урынлаша. Ошо ваҡыттан ул 1937 йылда ҡулға алыныу арҡаһында бүленеп ҡалған романы өҫтөндә эшен дауам итә. 1945 йылда Һ. Дәүләтшина Зәйнулла Сафинға кейәүгә сыға. 1942-1952 йылдарҙа Һ. Дәүләтшина «Ырғыҙ буйҙарында» романының йәнә бер нисә вариантын яҙа.
Һәҙиә Дәүләтшинаның романы «Ырғыҙ» тип тамамлана. Ләкин, үкенескә күрә, Башҡортостан Яҙыусылар союзының, ул саҡтағы «Әҙәби Башҡортостан» (хәҙерге «Ағиҙел») журналының ишектәрен күпме генә шаҡыһа ла, иң ҡәҙерле әҫәренең үҙе иҫән саҡта баҫылып сыҡҡанын күрергә насип булмай. Үҙе үлгәс, яҙыусының шәхси архивы намыҫһыҙ ҡәләмдәше ҡулына эләгеп, бик күп ҡулъяҙмалары, шул иҫәптән көндәлек яҙмалары, архивҡа тапшырылмайынса, әләф-тәләф ителә, Башҡортостан Яҙыусылар союзының ул саҡтағы етәкселәре әҙибәнең мираҫына ҡул һуҙыусыларға ҡарата эшлекле саралар күрмәй. Шул сәбәпле һуңынан, илдә демократия тулҡындары ҡуҙғалыу менән, матбуғатта Һ. Дәүләтшинаның «Мораҙым» исемле күләмле проза әҫәренең ҡулъяҙмаһы кем тарафынан урланыуы мәсьәләһе ҡалҡып сыға.
Һәҙиә Дәүләтшина 1954 йылдың 5 декабрендә, 50-се йәшендә, Башҡортостандың Бөрө ҡалаһында үпкә ауырыуынан вафат була. «Ырғыҙ» романын нәшриәттә баҫып сығарыу өсөн яҙыусының рухи ҡорҙашы, яҡташы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти әҙерләне. Әҫәр тәү башлап 1957 йылда донъя күрҙе, артабан ул тиҙ арала рус теленә, шулай уҡ башҡа телдәргә тәржемә ителде, башҡорт уҡыусыларының иң яратҡан әҫәренә әйләнде, бөтөн ил күләмендә популярлыҡ яуланы. 1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшина «Ырғыҙ» романы өсөн (үлгәндән һуң) Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде.