“Башҡортостан” гәзите журналистары Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында.
Иҫке Бәпес ауыл биләмәһе башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллин, урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы “Башҡортостан ” гәзите үткәргән “Иң яҡшы ауыл башлығы” конкурсында II урынды алып диплом менән бүләкләнде.
Журналистар Рәмилә Мусина менән Айһылыу Низамова ауылда урынлашҡан Иҫке Бәпес ауыл хакимиәтенең, “Йәйғор” балалар баҡсаһының, моделле китапхананың, фельдшерлыҡ пунктының дөйөм белем биреү мәктәбенең, күп тармаҡлы ауыл клубының, ауыл мәсетенең эше тураһында ҡыҙыҡһынып мәғлүмәттәр йыйҙылар.