Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

#Часпамяти #А.Н.Кирееву -110 лет с.р.

Кирәев Әхнәф Нурый улы 1912 йылдың 28 июнендә Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында тыуған . Атаһы — билдәле башҡорт сәсәне Нурмөхәмәт Йомрани.Урта белем биреү мәктәбен тамамлағандан һуң, бер йыл Тәтешле районының Аҡсәйет ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып, унан һуң район гәзитендә эшләгән. 1932 йылда комсомол юлламаһы буйынса Өфөгә моторҙар эшләү заводын (хәҙерге УМПО) төҙөүгә ебәрелә, унда ташсы, бригадир булып эшләй.1934 йылда Кирәй Мәргән «Ленинец» республика йәштәр гәзите редакцияһына саҡырыла (хәҙерге «Йәшлек» гәзите). Унан һуң «Октябрь» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр була (хәҙерге «Ағиҙел» журналы), ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында инструктор була.
1949 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.Һуғыш ваҡытында «Комсомольская правда» гәзите корреспонденты була, 1942—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына алына.
1946—1964 йылдарҙа ғилми хеҙмәткәр, СССР-ҙың Фәндәр академияһы Башҡорт филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты бүлек мөдире була.
1951—1954 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһының аспирантураһында уҡый һәм «Совет әҙәбиәтендә төҙөлөш һәм йөкмәтке берҙәмлеге проблемаһы» тигән темаға «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
1965—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире була.Кирәй Мәргән 1984 йылдың 24 ғинуарында Өфөлә үлеп ҡала. Мосолман зыяратында ерләнгән. Ижады1930 йылдан баҫыла башлай, 1932 йылдан «Удар төҙөлөш», «Ленинец», «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзиттәрендә сыға башлай. 1938 йылда тәүге «Бүләгем» исемле хикәйәләр йыйынтығы, унан һуң «Ҡабалан кеше» (1940), «Эзләнеү» (1939) хикәйәләре, «Ҡариҙел» (1949) повесы баҫтырыла. Шулай уҡ «Нарыштау итәгендә» (1951), «Бөркөт ҡанаты» (1981—1985) романдарын яҙған.
«Башҡорттар» (1943) хикәйәләр һәм очерктар йыйынтығын, «Һуғыш фольклоры» (1944) китабын, «Бер ғаиләлә» (1942), «Ҡала иртәhе» (1950) пьесалары, Мифтахетдин Аҡмулла тураһындағы «Өҙөлгән моң» (1966) драмаһы һәм башҡаларҙы яҙа. «Башҡорт халыҡ ижады», 5 томлыҡ «Башҡортостан рус әҙәбиәтендә», «РСФСР халыҡтары фольклоры» һәм башҡа йыйынтыҡтар редколлегияһына инә.