Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

“Кеше булһын затығыҙ”

Яңы Ҡыйышҡы ауылында “Кеше булһын затығыҙ” тип аталған сара үтте бөгөн. Унда беҙгә лә ҡатнашырға насип булды.
Байрамға килгән хөрмәтле ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү, милли ризыҡтар менән ҡаршы алынды.
Ауыл клубы фойеһында төрлө тематикаға арналған матур, бай күргәҙмәләр әҙерләнгән ине. Моделле китапхана менән берлектә ауылдаштарыбыҙ , шағирәләребеҙ Рәмзәнә Абуталипова һәм Фирүзә Абдуллинаның ижадтары, уңыштары менән таныштырыусы күргәҙмә әҙерләнек.
Артабан сәхнәлә “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Үтәгән ауылы әүҙемдәрен тәбрикләү сараһы һәм матур концерт программаһы үтте.