Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

Башҡорт ғаиләһе көнө

Иҫке Бәпес мәктәбе һәм моделле китапхана менән берлектә “Матур ғаилә- ил күрке” исемле әҙәби- музыкаль кисә уҙҙы. Тамашасылар иғтибарына ғаилә тормошо, балалар тәрбиәләү һәм башҡалар тураһында бай, йөкмәткеле китаптар күргәҙмәһе әҙерләнгән ине. Сараны алып барыусы башҡорт ғаиләһе көнө менән ҡотлап был көндөң әһәмиәте тураһында һөйләү менән башлап ебәрҙе. Кисә барышында мәҡәлдәрҙә, әкиәттәрҙә ғаилә, ата- әсәләр һәм балалар сағылышы, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреү, ребустар аша туғанлыҡ терминдарына байҡау яһалды. Уйындар, әңгәмә 7 синыф ҡыҙҙарының ” Атай- әсәй- ҡәҙерлеләрем”, Нурсилә Хәсәнованың ” Апайыма”, Фидәлиә Ирмәкованың ” Атайым”, “Татыу ғаилә- ил терәге” йырҙары менән үрелеп барыуы сарабыҙҙы байытып торҙо.