Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы
Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы
«Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

Онлайн информация.

Фәнзил Бүләк улы Саньяров 1953 йылдың 17 февралендә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған. Һәүәләй уртамәктәбен тамамлағас, Совет Армияһында хеҙмәт итә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Синтетик каучук» заводында аппаратсы булып эшләп ала[.
1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология, 1988 йылда Свердловск дәүләт педагогия институтының дефектология, 2000 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының юридик факультеттарын тамамлаған.
Оҙаҡ йылдар мәғариф системаһында етәксе вазифалар башҡара. Намыҫлы хеҙмәте юғары баһалана. Уға «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы», Рәсәй һәм Башҡортостан мәғариф алдынғыһы кеүек маҡтаулы исемдәр бирела. Ул — педагогик хеҙмәт ветераны. 1993, 1994 йылдарҙа Башҡортостан һәм Рәсәйҙең «Йыл уҡытыусыһы» титулына лайыҡ була. Фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләна. Танылған педагог йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. I—III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты булып һайлана, Башҡарма комитет, Совет ағзаһы. Бөгөнгө көндә Мәғариф һәм фән комиссияһы рәйесе. Өфө ҡала округы хакимиәтенең туған һәм дәуләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса комиссияһы ағзаһы[.
Ижады
Әҙәби ижад һәм журналистика өлкәһендә әүҙем шөғөлләнә. Республика баҫмаларында лирик шиғырҙары, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, художестволы публицистикаға ҡараған очерктары әләнән-әле донъя күреп тора. «Ватандаш», «Башҡортостан», «Башҡортостан уҡытыусыһы» кеүек гәзит һәм журналдарҙың йыл лауреаты булды. 2011 йылда «Башҡортостан» гәзите ойошторған «Һөйөү һалдың кескәй йөрәгемә…» республика конкурсында II урын яулай.
Өс китап һәм 150-нән ашыу ғилми мәҡәләләр авторы.Арҙаҡлы шәхҽсҽбҽҙҙҽ мҽңәрләгән уҡыусылары исҽмҽнән ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, бәрәкәтле оҙон ғүмер, ижад уңыштары теләйбеҙ!