Муниципаль автономлы мәҙәниәт учреждениеһы «Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Иҫке бәпес моделле ауыл китапханаһы
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры «Кармаскалинская централизованная библиотечная система»
Старобабичевская модельная сельская библиотека
Республика Башкортостан, Кармаскалинский район, д.Старобабичево, ул. Победы, 13
тел.: +7 9297576231; e-mail: karm-st-babich@mail.ru

«Памяти Муртазы Губайдулловича Рахимова»

Башҡортостандың беренсе һәм һуңғы Президенты Мортаза Рәхимовҡа бөгөн 90 йәш тулған булыр ине. Уның тураһында хәтирә халыҡ күңелендә мәңге йәшәйәсәк.
1993 йылда Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп тәғәйенләнә. Халыҡ уны өс тапҡыр Президент итеп һайлай. Башҡортостан Президенты вазифаһында республикабыҙға ул етәкселек иткән осорҙо тулы ышаныс менән “Президент Рәхимов дәүере” тип атарға мөмкин.
Иҫке Бәпес моделлы китапханаһында дөйөм белем биреү мәктәбе менән , Мортаза Рәхимовҡа арналған мәғлүмәт сәғәте үткәрелде. Мәҙәни ойоштороусы Гаффарова Г.Т уҡыусыларҙы тәүге президентыбыҙҙың биографияһы һәм эш дәүере, китапханасы Алимбекова А.А. Мортаза Рәхимовҡа арналған китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы.

Беҙҙең тәүге Президент төҙөргә, булдырырға яратты. Ул етәкселек иткән йылдарҙа, барлыҡ ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, торлаҡ төҙөлөшө киң ҡолас алды. Халыҡтың һаулығын һаҡлау, күп балалы ғаиләләр һәм ветерандарға ярҙам итеү буйынса маҡсатлы ҙур эш алып барылды.
Мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт киң үҫеш алды. Республикала “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә байрамы” кеүек яңы йолалар нығынды, “Ауыл көнө”, “Урам көнө” һымаҡ байрамдар абруй ҡаҙанды, уларҙы ойоштороу ҙа М.Ғ. Рәхимов етәкселек иткән дәүерҙә башланғайны.